Акция «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант»
20.04.2023
Бөгөн, 20 апрелдә, 11.00 -ҙән 12.30 сәғәткә тиклем «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы уҙҙы. Был мөһим сарала китапханасылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Диктант – телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙә, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы».